Һәр ҡаланың үҙ символы, иҫтәлекле урыны бар. Һуңғы ваҡытта һәр ҡалала йөрәк һүрәте менән ҡала исеме яҙылған ҡоролмалар барлыҡҡа килә башланы. Бына шундай матур яҙма Ағиҙел ҡалаһында ла хасил булды.
Мин Ағиҙелде яратам... Ошондай яҙма автовокзал ҡаршыһында урынлаштырылды. Был идеяны тормошҡа ашырыусылар – ҡала Советы янында эшләп килгән Йәштәр Советы ағзалары Аида Вәлиева менән Эльвира Асылова.
Ҡоролма барлыҡҡа килеү менән социаль селтәрҙәр комментарийҙарҙан «шартланы». Берәүҙәр бүтән ҡалалаларҙан күсермә яһауҙа ғәйепләне, икенселәре латин хәрефтәре менән яҙғанға асыуланды, йәнәһе, рус йәки башҡорт телендә яҙырға кәрәк. Шулай ҙа рәхмәт һүҙҙәре әйтеүсе, һоҡланыу белдереүселәр һаны күберәк булды.
Тарихҡа күҙ һалһаң, бындай яҙмалар башта инглиз телендә барлыҡҡа килгән. Иң беренсе оригиналь эмблема – «I love NY», үткән быуаттың 70-се йылдарында Нью-Йорк ҡалаһында эшләнгән, тик «яратам» һүҙе йөрәк һүрәтенә алыштырылған. Беҙҙең йәштәр аңлатыуынса, латиница менән кирилицаны ҡушып яҙыу һуңғы ваҡытта модала, мәҫәлән, популяр «Яndex»ты шулай яҙалар. Йәштәр Советы тәҡдим иткән эскиз ҡала хакимиәте башлығы һәм баш архитекторҙан ыңғай баһа алған.
Ҡоролма спонсорҙар аҡсаһына эшләнгән, хаҡы – 100 мең һумдан артыҡ. Аҡсалата төп ярҙамды эшҡыуар, ҡала Советы депутаты М. Дәүләтшин һәм тағы ла бер нисә кеше күрһәткән. Ҡоролманы «Индустрия» металл эшкәртеүсе инженер үҙәге (етәкселәре – В. Федотов, А. Акатьев, С. Давидюк) эшләгән. Металдан эшләнгән бер метр бейеклектәге хәрефтәр ҡояшта сағылып тора, уларҙы буяуҙы эшҡыуар Н. Мусабаев үҙ өҫтөнә алған. Яҡтыртыу ҡорамалдарын эшҡыуарҙар И. Горшков менән И. Ғәлимов башҡарған.
Ҡоролманы автовокзал ҡаршыһына ҡуйыу осраҡлы түгел – ҡалаға килгән һәр кешенең күҙенә салынасаҡ ул. Ҡараңғы ваҡытта ҡоролма төрлө төҫтәрҙә яҡтыртыла, йөрәк янып-һүнеп, «тибеп» тора. Киләсәктә ҡоролма янына видеокүҙәтеү ҡуйыу планлаштырыла. Ҡоролма янындағы майҙансыҡты матур итеп йыйыштырып, яҙ еткәс, унда сәскә ултыртыу күҙаллана.
Ағиҙел ҡалаһы Йәштәр советы ҡаланы матурлауға ҙур өлөш индерә. Быйыл йәй «Ғашиҡтар эскәмйәһе»нең тирә-яғына таш түшәп, сәскә түтәлдәре эшләнеләр. Көҙ еткәс, мәсет янындағы ағас паркын рәткә һалдылар, «Мөхәббәт шишмәһе» буйына матур ҡыуаҡтар, күп йыллыҡ сәскәләр ултырттылар.