“Үҫкәс кем булаһың?” тигән һорауға малайҙарҙың күбеһе полицейский тип яуап бирә. Эйе, форма кейеп, ҡулға пистолет тотоп, йә иһә автомобиль сиреналарын ҡысҡыртып, енәйәтселәр артынан ҡыуыу, ғәҙеллек һәм законды яҡлау өсөн көрәшеү күп малай һәм хатта ҡыҙҙарҙы ылыҡтыра. Әммә үҫә төшкәс, уларҙың күбеһе икенсе һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә, бала саҡ хыялын йылмайыу менән иҫенә төшөрә. Ә инде полицияла хеҙмәт итеүҙе бала саҡтан маҡсат итеп ҡуйғандар уға ирешеп кенә ҡалмай, тормошон ошо хеҙмәтһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Ағиҙел ҡалаһы бүлегенең иҡтисади енәйәттәр һәм коррупция менән көрәшеү йүнәлешендә эшләгән өлкән уполномоченный, полиция майоры Артур Рәфис улы Гәрәйев тә полицияға хеҙмәткә килеп, бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Ул Нефтекама ҡалаһында сит телдәр уҡытыусыһы һәм нефтсе ғаиләһендә тыуып үҫә, һөнәр һайлауҙа әсәһенең ағаһы менән тығыҙ аралышыу уға ныҡ йоғонто яһай. Ағаһы, Фәррәхов Таһир Ғимали улы, полковник дәрәжәһендә ҙур хөрмәтләүҙәр менән лайыҡлы ялға сыға, Артурға йыш ҡына үҙ хеҙмәте тураһында һөйләй. Уның нисек хеҙмәт иткәнен күреп, Артур 10 класта полицияла хеҙмәт итергә тигән ныҡлы ҡарарға килә.
2003 йылда физкультура буйынса нормативтарҙы үтәгәндән һуң, рус теле, йәмғиәт белеме, математика, тарих фәндәренән уңышлы имтихандар тапшырып, Рәсәй Эшке эштәр министрлығы Өфө юридик институтының енәйәттәрҙе тикшереү факультетына уҡырға инә. Ике йыл ярым белем алғандан һуң, тиҙерәк хеҙмәт юлын башлап, тәжрибә туплау теләге көслө булыу сәбәпле, Артур Гәрәйев уҡыуын ситтән тороп дауам итә.
Нефтекама ҡалаһында участковый булып эшләй башлай, шул уҡ ваҡытта ошо уҡ уҡыу йортоноң тағы ла бер факультетына уҡырға инеп, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау эшмәкәрлеге белгеслеге буйынса юрист квалификацияһын ала. 2013 йылда иҡтисади енәйәттәр һәм коррупция менән көрәшеү бүлегенә күсеп, капитан званиеһын ала. Бер йылдан Ағиҙелдә ошондай уҡ бүлекте етәкләп, өлкән оперуполномоченный вазифаһын башҡара башлай һәм майор дәрәжәһенә күтәрелә.
– Институтта нигеҙҙә теоретик белем бирәләр, ғәмәлдә барыһын да эшләй башлағас төшөнөргә тура килә. Оператив эштә иң мөһиме – үҙ белемеңде арттырыу, норматив базаны өйрәнеү. Енәйәтте тикшереү бүлегендә енәйәттәрҙе асыҡлау менән булышһалар, беҙҙең эш – енәйәттәрҙе табыу, – ти Артур Рәфис улы. – Иҡтисади енәйәттәр йәмғиәт, аҡса мөнәсәбәттәре булған бөтә ерҙә лә осрап тора. Законһыҙ эшҡыуарлыҡ, вазифа менән бәйле енәйәттәр, ришүәт биреү һәм алыу, коммерцияны үҫтереү өсөн кешене үҙ яғыңа ауҙарыу, бюджет аҡсаһын урлау, контрафакт тауар, шул иҫәптән алкоголь эсемлектәр һатыу, ялған аҡса һуғыусылар менән көрәшеү – беҙҙең бурыс. Хәтерегеҙҙәлер, элек бындай енәйәттәр менән ОБХСС тигән бүлек шөғөлләнә ине. Бер енәйәт бик тиҙ асылһа, икенселәрен асыҡлау өсөн йылдар үтә. Бер юлы унар енәйәт асыҡлау менән булышыра тура килә.
Әлбиттә, бындай яуаплы вазифа эш сәғәте менән иҫәпләшергә мөмкинлек бирмәй. Кистәрен ҡалып та, ял көндәрендә лә эшләргә тура килә, өҫтәмә дежурстволар ҙа бар. Артур Рәфис улы – йәш ғаилә башлығы. Ҡатыны Юлиә Нәфис ҡыҙы менән эштә таныша, ул полицияның кадрҙар бүлегендә эшләй. Күптән түгел, май айында ғына, улар атай менән әсәй булғандар – улдары Таһир тыуған. Ғаиләгә ваҡыт аҙ ҡалыуға Артур Рәфис улы фәлсәфәүи ҡарашта:
– Полиция һөнәрен үҙебеҙ һайлап алғанбыҙ. Һыл һөнәр юҡҡа ғына хеҙмәт итеү тип аталмай – тимәк, хеҙмәттең бөтә ауырлыҡтарын һәм мохтажлыҡтарын тотанаҡлы кисерергә тейешбеҙ. Хеҙмәт шәхси тормошҡа ҡамасауламаһын өсөн барыһын да алдан планлаштырырға өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, ғаилә сараһын бер нисә аҙна алдынан планлаштырыу файҙаһыҙ, эштә төрлө хәл булырға мөмкин, шулай ҙа, бер-ике көн алдан нимә эшләйәсәгеңде алдан билдәләү зарур.
Әңгәмәбеҙ аҙағында майор А. Гәрәйев граждандарҙы бигерәк тә интернет һәм телефон ҡулланғанда һаҡ булырға өндәне:
– Интернет аша мутлыҡ ҡылыу осраҡтары һуңғы йылдарҙа бигерәк тә күбәйҙе, енәйәтселәрҙең хәйлә схемалары ла ҡатмарланды. Кеше бит ул тәбиғәттән ышаныусан. Ышанһаң да, мәғлүмәтте ҡабат-ҡабат тикшерергә кәрәк. Бигерәк тә интернет аша алып-һатыуҙа иғтибарлы булырға кәрәк. Енәйәсе телефондан шылтыратыу менән банкоматҡа йүгереп, карточканың бөтә мәғлүмәтен шунда уҡ хәбәр итергә ашыҡмағыҙ. Шулай уҡ туғаның (улың, ҡыҙың) аварияға, ауыр хәлгә эләкте, тиҙ генә арала аҡса кәрәк, тип шылтыратыусылар булһа ла, туғандарығыҙға шылтыратып, барыһын да белешегеҙ башта. Әлбиттә, ата-әсә бындай шылтыратыу булһа, паникаға бирелә, балаһын ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Шуның менән енәйәтселәр файҙалана ла инде. Шулай уҡ балаларҙы ла таныш булмаған өлкән кешеләргә ышанмаҫҡа, улар ҡушҡан эште эшләр алдынан башта ата-әсәгә шылтыратып, барыһын да белешергә өйрәтергә кәрәк. Мутлыҡтың тағы ла бер төрө – телефонға вирус ебәреү. Бигерәк тә мобиль банкыларҙа бындай мутлыҡтар киң таралған. Вирус банк сигналына юлды яба, шул ваҡытта граждандың хисабынан аҡса күсерелә, ә хужаға смс хәбәр килмәй. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн, телефонда барлыҡ ссылкаларҙы асмаҫҡа, көслө антивирус ҡуйырға кәрәк. Берәй ниндәй уйнатыуҙа еңдегеҙ, аҡса, бүләк оттоғоҙ тип шылтыратһалар ҙа, мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк. Еңел аҡса эшләү, аҡса отоу эйфорияһы аңды тупаҫландыра. Һәр осраҡта ла төплө аҡыл йөрөтөгөҙ, айыҡ фекерләгеҙ, үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ.