Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
1 Декабрь 2018, 12:21

Туған телде ҡәҙерләгән халыҡ ҡына ҡәҙерле була

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә ҡараш ыңғай түгел.

Үҙен хөрмәт иткән һәр кеше телен һаҡларға тырышырға, уны киләсәк быуынына еткерергә бурыслы. Туған телде ҡәҙерләгән халыҡ ҡына ҡәҙерле була, әлбиттә. Телһеҙ кеше, әйтерһең, тамырһыҙ ағас. Кешенең сабый саҡтан туған телен өйрәнеп, ошо телдә аралашып, уның тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынып үҫеүе зарур. Йәштәрсә әйткәндә: туған тел һәр ваҡыт модала булырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә туған телебеҙгә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә ҡараш ыңғай түгел. Проблеманың килеп сығыуында, беренсе сиратта, ата-әсәләр ғәйепле. Сөнки бөгөнгө ата-әсәләр тормошта бөтөнләй икенсе төрлө ҡиммәттәргә өҫтөнлөк ҡуя: етеш тормош, кеше араһында авторитет, модалы кейем. Хатта тыуған балаларына исемде лә улар үҙенә күрә “ҡысҡырып” торғанды һайлайҙар, шул уҡ ваҡыттыа уның мәғәнәһе тураһында уйлап та тормайҙар. Бер танышым ҡыҙына “Риана” тип исем ҡушҡас, уның мәғәнәһе менән ҡыҙыҡһыныуыма ғәжәпһенеп: “Каак, һин белмәйһең әллә, Америкала шундай йырсы бар бит!” тип яуап ҡайтарҙы. Шул уҡ ваҡытта Рамазан, Әмир, Әмирә, Ильяс, Айгөлдәрҙең дә күп булыуы ҡыуандыра. Әммә исемдәре башҡортса булһа ла, рухтары, менталитеттары русса, хатта сит илсә ҡала бирә. Сөнки мәктәптә улар туған теле булараҡ рус телен һайлайҙар. Шулай булғас, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү түгел, ә бары тик һаман шул "модаға эйәреү" тураһында ғына һүҙ алып бара алабыҙ.
Һәр кем килешер: туған телгә һөйөү төптән – ғаиләнән килергә тейеш. Әсәй кеше наҙлап, улы-ҡыҙына “балам, үҫкәнем” тип өндәшә, бишек йырҙарын туған телдә йырлай, сәскә, ҡош атамаларын үҙ телендә өйрәтә, шиғыр һөйләй икән, һис шикһеҙ, бала туған телен үҙен яҡындары менән бәйләп торған бер еп тип ҡабул итә. Артабан балалар баҡсаһында теләп башҡорт телендә шиғыр һөйләй, мәктәптә һәм туғандары, иптәштәре араһында ҡыуанып туған телендә аралаша, туған мәҙәниәтебеҙҙе тағы ла яҡынырыҡ белергә ынтыла.
Ә бит туған халҡыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәренең, традицияларының бала тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. “Икмәкте ташлама, Алла бабай башыңа таш төшөрөр”, “Аяғыңды һелтәп ултырма, шайтан эйәләшер”, “Һауыт-һабаны тиҙерәк йыуып ҡуй, фәрештәләреңдең ҡанаттары талмаһын”, “Аҙығыңды ашап бөт, бәхетеңде ҡалдырма” – халҡыбыҙҙың шундай һәм башҡа һанап бөткөһөҙ аҡыллы һүҙҙәре таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә, мәрхәмәтлелеккә, тәртипкә өйрәтә.
Мәктәптәрҙә туған телде өйрәтеү һаҡлау, уны уҡыусылар араһында пропагандалау өсөн бөгөнгө көндә бик күп көс һалына. Балаларҙа милли рух тәрбиәләүгә туған тел уҡытыусылары бөтә йөрәктәрен бирә. Йыл барышында тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу маҡсатында һәр дәресте ҡыҙыҡлы, төрлө ысулдар ҡулланып, уҡыусының йөрәгендә эҙ ҡалдырырлыҡ итеп үткәрергә ынтыла улар. Уҡытыусы туған телдәрендә матур итеп шиғыр һөйләргә, йөкмәткеле иншалар яҙырға өйрәтә, халыҡ ижады менән таныштыра.
Нефтекама ҡалаһының 9-сы мәктәбендә лә был юҫыҡта бихисап саралар үткәрелә: тел һәм шиғыр бәйгеләре, инша конкурстары, асыҡ дәрестәр. Ә инде милләт – ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән “Берҙәм ғаиләлә” милли мәҙәни фестивале мәктәбебеҙҙең үҙенсәлеге булып тора. Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә һәм туған мәҙәниәтенә һөйөү тәбиәләүҙә булышлыҡ иткән был сарала башҡорт, рус, татар халҡының ғөрөф – ғәҙәттәре, йола байрамдары, фольклоры яҡтыртыла.
Әйтергә кәрәк, уҡыусылар бөтә сараларҙа бик ҡыҙыҡһынып ҡатнаша һәм ҡала кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында үткәрелгән шиғыр бәйгеһендә 4-се класс уҡыусыһы Шәйхинурова Лилиә 1-се урынды, 6 класс уҡыусыһы Фазлиәхмәтова Рената 2-се урынды яуланы (уҡытыусылыры – Сәғитова Л. И. ). Рената шулай уҡ “Башҡортостан мөғжизәләр иле” конкурсында бик хисле итеп сығыш яһаны һәм шулай уҡ призер исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан көнөнә арналған иншалар конкурсында Урванцев Данилдың (11 класс), Яхина Эльзаның (9 класс) эштәрен жюри бик йөкмәткеле тип тапты: улар – еңеүселәр, Зарипова Диана (5 класс) – призер булды.
Ҙур теләк менән туған башҡорт теле дәресенә йөрөгән, хисләнеп, ҙур ҡыуаныс менән шиғыр һөйләгән, әсәһе телендә кинәнеп һөйләшкән, матур иншалар яҙған уҡыусыларыма ҡарап, шуға ышанам: илебеҙҙә туған теле өсөн янған кешеләр бар икән, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк.
Диләрә Карамова,
Нефтекама ҡалаһы
9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Читайте нас: