Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Декабрь 2018, 18:23

Нефтекамала юл фажиғәһендә 13 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Кисә кискеһен Нефтекама ҡалаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Кисә кискеһен Нефтекама ҡалаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, Chevrolet Lacetti рулендәге 31 йәшлек ир 13 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Ҡыҙ дауаханаға оҙатылған һәм күпмелер ваҡыттан һуң вафат булған.
Водитель һүҙҙәренсә, ҡыҙ светофорҙың ҡыҙыл утына юл аша сығып барған. Фараздар буйынса, уҡыусы бейеү түңәрәгенән ҡайтып килгән булған. Тикшереү башланған.
Уҙған тәүлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың ике меңгә яҡын осрағын асыҡлаған, 25 иҫерек водитель тотолған, 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған һәм 14-е йәрәхәтләнгән.
Читайте нас: