Һаҡлыҡ банкы кредит картаһына аҡса күсереү тәртибен яңынан ҡараны, тип хәбәр итә РИА Новости.
Әле кредит картаһына аҡсаны карта номеры буйынса ғына күсерергә була. Унан алда телефон һаны буйынса ла эшләргә мөмкин ине.
Һаҡлыҡ банкында билдәләүҙәренсә, күпселек клиенттарҙың дебет картаһы бар. Был картаға аҡсаны элеккесә ике ысул менән: телефон йәки карта номеры буйынса күсерергә була.
Әгәр кредит картаһының хужаһы аҡсаны тап шуға күсереүҙәрен теләһә, ебәреүсегә уның номерын биреү ҙә етә.
Һаҡлыҡ банкында был яңылыҡты хәҙер аҡсаны телефон номеры буйынса теләһә ниндәй әүҙем картаға күсереп булыуы менән аңлаттылар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа аҡса кредит картаһына килә, был клиенттарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, сөнки кредитканан аҡса алған өсөн комиссия тотоп ҡалына.
http://www.bashinform.ru/bash/1247480/