Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Декабрь 2018, 23:16

Ике йǝшлек бала бидонға кереп ҡыҫылған

Кисǝ Ɵфөлǝ ике йǝшлек бала бидонға инеп ултырған да, сыға алмаған.

Кисǝ Ɵфөлǝ ике йǝшлек бала бидонға инеп ултырған да, сыға алмаған.
Əсǝһе бер нисек тǝ сығара алмағас, ҡотҡарыу хеҙмǝтенǝ шылтыратҡан. Бала бидон менǝн оҙаҡ ҡына уйнаған, уның эсенǝ бер нисǝ тапҡыр кереп сыҡҡан булған инде, тик бына һуңғы инеүендǝ, тубыҡтары менǝн һауыттың тар урынына терǝлеп, ҡыҫылып ҡалған.
Ҡотҡарыусылар бик һаҡлыҡ менǝн генǝ баланы тимер ҡоршауҙан ҡотҡара алған. Ҡыҙҙы табип тикшергǝн, бǝхеткǝ, уның бер еренǝ лǝ зыян килмǝгǝн.
https://kiziltan.ru/raznoe/16547-2-yashlek-bala-bidonga-kerep-kysylgan.html
Читайте нас: