Өфөлә «Коммерсант» баҫмаһы ойошторған матбуғат конференцияһында Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе тикшерелде.
«Юлдар яҡшыраҡ, сифатлыраҡ була бара, ләкин хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары кәмегәндә үлем осраҡтарының артыуын күҙәтәбеҙ, был беҙҙең өсөн күңелһеҙ һәм кире статистика. Әле уҙғарған саралар 100 процентҡа һөҙөмтәле түгел. Быға юл ҡуймау өсөн яңы юлдар һалырға һәм һәр бағанаға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға төшөргән камералар ҡуйырға кәрәк», — тине «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығы начальнигы Рәмил Сенжапов.
Уның һүҙҙәренсә, бөтәһе өсөн дә төп бурыс — именлек. Ведомстволар менән бергә юл фажиғәләре күп теркәлгән урындарға сығыу ойошторола.
«Ыңғай динамика бар: 2016 йылда юл-транспорт ваҡиғалары күп теркәлгән урындар 15 ине, хәҙер ете, уларҙың береһе (Булгаков ауылында) инәме-юҡмы — билдәһеҙ. Был урындарҙы өҫтәмә камералар менән йыһазландырабыҙ, — тип билдәләне спикер. — Камералар буйынса: 2019 йылға яҡынса 200 миллион һумға килешеү төҙөлгән. Һүҙ 100-ләгән берәмек тураһында бара. Шуларҙың 60-ы — Башҡортостандың М-5, М-7, Р-240 трассаларына, 40-ҡа яҡыны Ырымбур өлкәһендә ҡуйыла».
Фотовидеотеркәү камераларын ҡуйғанда билдәле бер тактика ҡулланыу күҙаллана, тип билдәләне Рәмил Сенжапов.
«Видеотеркәү камералары водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә. Беҙ түбәндәге алымды ҡулланырға уйлайбыҙ: уларҙың урындарын алмаштырабыҙ, сөнки водителдәр ҡайҙа урынлашҡанын белә. Ниндәй ҙә булһа муляж ҡалдырабыҙ, ә ысын камераны, шартлы рәүештә әйткәндә, икенсе бағанаға ҡуябыҙ. Быны даими эшләргә ниәтләйбеҙ», — тине ул.
http://www.bashinform.ru/bash/1248082/