Яңы Уртауылда "Яңауыл еренең данлыҡлы улдары" исеме аҫтында берләштергән саралар үтте. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, шулай уҡ район мәктәптәренән килгән туған тел уҡытыусылары, китапханасылар, крайҙы өйрәнеүселәрҙең килеүе сараны тағы ла мәртәбәле итте.
Саралар бер нисә майҙансыҡта ойошторолдо. Тәүҙә Яңы Уртауыл мәктәбе коллективы яҡташтары Нурихан Фәттәх, Ғайнан Әмири, Фәнәүи Сәлихов һәм Рәфис Мөхәммәтдиновҡа бағышланған "Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр" программаһын күрһәтте. Шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны, хәтирәләр байтаҡ булды. Музей етәксеһе Гөлсинә Әминева ҡунаҡтарға экскурсия үткәрҙе.
Артабан ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар һәйкәленә тере сәскәләр һалды.
Шул ук ваҡытта ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында халыҡ йыйылды. Бында герой-яҡташыбыҙ Хәлим Әмировҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы көтөлә ине.
Ауыл мәсетенең имам-хатибы Физун Маликов тәүҙә барлыҡ репрессия ҡорбандарын иҫкә алды, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыны.
Мемориаль таҡтаташ ауыл мәҙәниәт йортоноң алғы яғына урынлаштырылды. Район хакимиәте башлығы, йыйылыусыларҙы сәләмләп, барлыҡ яңауылдар исеменән Хәлим Насретдин улы Әмировтың хәтерен мәңгеләштерү буйынса күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ғалим-тарихсы Азат Ярмуллинға, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхинға ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Артабан сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Илшат Вәзиғәтов үҙенең сығышында йәш быуын кесе Ватанын Хәлим Әмиров кеүек хөрмәтләргә һәм яратырға тейеш,тигән фекерен еткерҙе.
Рөстәм Сәлим улы Ҡоролтай тарафынан алып барылған эштәргә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны, Башҡортостандың 100 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында атҡарылған сараларға туҡталды.
– Башҡорт автономияһын ойоштороуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шә¬хестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү мөһим һәм был юҫыҡта республикала һәм унан ситтә лә киң эш йәйелдерелде, – тине Рөстәм Сәлим улы. – Башҡорт¬остан¬да иғлан ителгән “100 шәхес” проекты быға асыҡ дәлил. Иҫ киткес бай тарихы, арҙаҡлы шәхес¬тә¬ре менән бөйөк беҙҙең башҡорт миллә¬те. Ана шул данлы үткәнебеҙҙе онотмай, халҡыбыҙҙың бөйөк ул-ҡыҙҙарының изге эшен артабан дауам итеү – һәммәбеҙҙең изге бурысы. Ул теле¬беҙҙе, еребеҙҙе һаҡлауға, рухлы быуын тәр¬биәләүгә ҡайтып ҡала. Милләттең киләсәген тап улар билдәләй ҙә инде. Урыҫ телендә нәшер ителгән “У истоков Баш¬кирской Республики” китабының авторы Азат Шакирйән улы үҙенең сығышын¬да был йыйынтыҡҡа Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған билдәле милли хәрәкәт эшмә¬кәрҙәре һәм башҡорт милли ғәскәре сардар¬ҙарының биографияһы тупланыуы тура¬һын¬да һөйләне. “Башҡортостан дәүләт¬се¬леген төҙөүҙә Хәлим Әмиров ҙур роль уйнаған, – тип билдәләне тарихсы. – Ошондай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе халыҡҡа ет¬кереү, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса изге эштәрҙе артабан да дауам итергә кәрәк”.
Сарала Х.Әмировтың бер туған ағаһының бүләһе Благовещен ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Зифа Сафина ла ҡатнашты. Ул ҡырҡ йылдан артыҡ ауыл хужалығында эшләгән, 16 хөкүмәт бүләге бар, улар иҫәбендә Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Маҡтау билдәһе" ордендары, шулай уҡ ВДНХ Дипломы ла бар.
Халыҡ фекеренсә, был сара хәтерҙә уйылып ҡаласаҡ. Сөнки ул республика һәм унан ситтә лә данлаған Хәлим Әмировтың исемен тыуған еренә ҡайтара.