Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Декабрь 2018, 18:23

Эшһеҙлек буйынса пособие артасаҡ

Киләһе йыл башынан республикала эшһеҙлек буйынса пособие 9200 һум тәшкил итәсәк. Бындай хәл 2009 йылдан алып тәүгә күҙәтелә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

- Башҡортостанда, урал коэффициентын иҫәпкә алып, яңы йылдан эшһеҙлек пособиеһының иң бәләкәй күләме — 1725 һум, ә иң юғарыһы 9200 һум тәшкил итәсәк. Хәҙерге ваҡытта республикала эшһеҙлек пособиеһының иң түбән күләме — 977,5, ә иң юғары хаҡы 5635 һум, - ти республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Бынан тыш, 2019 йылдан беренсе тапҡыр пенсия алды йәшендәгеләргә эшһеҙлек буйынса пособие индерелә. Улар өсөн минималь һәм максималь пособие күләмдәре 1500 һәм 11 280 һум. Башҡортостанда пенсия алды йәшендәгеләр өсөн пособиеның максималь хаҡы 12 972 һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас: