Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр “Рәсәй тимер юлдары” компанияһынан.
“Яңы йыл төнө” акцияһы нигеҙендәге махсус тәҡдим 31 декабргә тиклем ғәмәлдә ҡала һәм 2018 йылдың һуңғы көнөндә юлға сыҡҡан ҡайһы бер поездарҙағы өҫкө урындарға ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта балалар тарифы буйынса йәки төркөмдәр өсөн билет алғанда, ташлама бирелмәй.
http://bashgazet.ru/obshestvo/33665-poeza-bilet-hay-kmej.html