Ҡурай
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Ғинуар 2019, 22:55

Менингококк инфекцияһы аяуһыҙ

Яңауыл районында 8 йәшлек бала менингококк инфекцияһынан вафат булғандан һуң, төбәктә махсус медицина саралары күрелә.

Яңауыл районында 8 йәшлек бала менингококк инфекцияһынан вафат булғандан һуң, төбәктә махсус медицина саралары күрелә. Был хаҡта БР буйынса Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итә.
Атап әйткәндә, сирле бала менән мөғәмәлә иткән кешеләр билдәләнгән, антибактериаль дарыуҙар менән экстерн химик иҫкәртеү саралары күрелгән.
Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙа Яңауыл үҙәк дауаханаһына бала ауыр хәлдә килтерелгән. Тәүе сәғәттә үк Өфө белгестәре менән берлектә уны ҡотҡарыу өсөн барлыҡ саралар күрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала үлеп ҡалған.
Белгестәр иҫкәртә: температура күтәрелеп, баш ауыртһа, мускулдар һыҙлаһа, тәнде гемморагик себертмә ҡаплаһа, кисекмәҫтән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
http://bashgazet.ru/obshestvo/34269-meningokokk-infekcijay-ajauy.html
Читайте нас: