Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
11 Ғинуар 2019, 13:24

Бәхет кемдәргә йылмайҙы?

Яңы йыл алдынан “Ҡурай” гәзите редакцияһы алдында гәзит уҡыусылаар араһында бүләктәр уйнатылды.

Яңы йыл алдынан “Ҡурай” гәзите редакцияһы алдында гәзит уҡыусылаар араһында бүләктәр уйнатылды.
Йыйылыусылар йәшниктән исем фамилияһы һәм ҡайһы райондан икәнлеге яҙылған ҡағыҙҙарҙы сығарыуҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Бүләктәр ғәҙел уйнатылды тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Ҡағыҙҙар һәр осраҡта ентекле буталды һәм уларҙы бүләк уйнатыуға килеүселәр иҫәбенән төрлө кешеләр тартып сығарҙы.
Иң ҙур бүләк велосипед Тәтешле районына китте: бәхет Тәтешле ауылында йәшәүсе Гүзәл Сәҙретдиноваға йылмайҙы.
Артабан гәзит уҡыусылар араһында приздар уйнатылды. Краснокама районы Николо-Березовка ауылынан Н.Вәлиев электр сәйнүге отһа, Яңауылдан Филира Шаухулова үтекле булды, Нефтекаманан Н.Ильясова һыу фильтры эләктерҙе, Ағиҙелдән Эльза Шәмсетдинова үтекләр өсөн таҡта, Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылынан Зинфира Арманшинаға таба отто.
- Был минең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Тираждарығыҙҙың артыуын һәм “Ҡурай” гәзитенең һәр ваҡыт йәшәүен теләйем, - тине төп приз хужаһы Гүзәл Сәҙретдинова.
Читайте нас: