Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 12:42

Ҡыуаҡ араһына ташлап булмаясаҡ

Сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелде.

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелде.
Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сүп-сар сығарған өсөн хаҡты кәметеүҙе талап итте.
Уның фекеренсә, ҡалала түләү - 70, ә элек сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.
«Был һандарҙы - 70-те һәм 35 һумды халыҡтың социаль хәленән сығып атаным. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәп 25 ғинуарҙан килә башлай. Ләкин был датаға тиклем үк идара итеүсе компанияларҙан яңы хеҙмәт өсөн хаҡ яҙылған түләү ҡағыҙҙарын алыу осраҡтары булды.
«Кемдер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы, бындай хәлдәрҙе ҡырҡа бөтөрәбеҙ, башҡаса бер кем дә икенсе улай эшләмәһен өсөн. Ошондай икеләтә түләүҙәрҙе булдырмау маҡсатында быны махсус контролгә ҡуйыуҙы һорайым», - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе ра-йон хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республика уларҙы әҙерләү сығымдарын ҡапларға әҙер. Әлеге ваҡытта 10 меңдән ашыу контейнер майҙансығы, шулай уҡ 20 меңдән күберәк контейнер кәрәк.
Алда әйтеп үтелгәнсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса Башҡортостан биш биләмәгә бүленде. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уларҙы хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторҙары менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөнө. Ағиҙел, Нефтекама, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары 2-се биләмәгә инә. Был биләмәне «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Белешмәләр өсөн телефон: 8-800-511-84-20.
Читайте нас: