Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо боҙола. 6 февралдә күпселек райондарҙа ҡар, еңелсә буран, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтыһы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.
Һауа температураһы -16,-21 градусҡа тиклем күтәрелә. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Республиканың көнсығышында һалҡын һауа торошо һаҡлана, төндә -23,-28, аяҙытҡанда -33 градусҡаса, көндөҙ -15,-20.
7 февралдә көндөҙ күпселек райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 17 метр, буран. Республика биләмәһендә һауа температураһы төндә -16,-21, урыны менән -25,-30, көндөҙ -8,-13, көнсығышта -15,-20.
8 февралдә республика биләмәһенә Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон яҡынлаша. Һауа торошо йәнә боҙола башлай. Ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтыһы көтөлә. Һауа температураһы төндә -11,-16 градусҡа тиклем күтәрелә, көндөҙ -7,-12, көнсығышта төндә -16,-21, көндөҙ -12,-17 градус.
http://www.bashinform.ru/bash/1270170/