Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләү күләмен ике йәшәү минимумына тиклем арттырырға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, беренсе һәм икенсе балаға пособиены йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр аласаҡ. Владимир Путин шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала ҡарау буйынса пособиены 10 мең һумға тиклем арттырыу тураһында белдерҙе. Президент балалы ғаиләләр өсөн һалым һалынған фатир майҙанын кәметергә тәҡдим итте. Ул Үҙәк банк алдына ипотека ставкаһын 9, һуңыраҡ 8 процентҡа тиклем түбәнәйтеү бурысын ҡуйҙы.
– Ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ташлама бар. Улар 6 процент түләй, ҡалғаны дәүләт тарафынан субсидиялана. Әммә был сараны ла һирәк файҙаланалар, сөнки ташлама өс йәки биш йыл ғына ғәмәлдә була. Был льготаны ипотека кредиты осоронда ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим итәм, – тине Президент. – Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон иҫәпкә алғанда, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индерергә, атап әйткәндә, бындай ғаиләләр өсөн ипотека бурысының 450 мең һумын түләргә мөмкин, тигән фекерҙәмен.
Владимир Путин быйылғы бюджетта ошондай сараларҙы күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йыл аҙағына тиклем ясле мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. Бының өсөн 200 меңдән ашыу урын булдырыу шарт. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне дәүләт Башлығы.
Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусылар өсөн 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт Башлығы әйтеүенсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫеше өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Федераль дәреслектәр исемлегенә иң яҡшыларын ғына индерергә кәрәк.
– 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағас, был ҙур алға китеш кеүек тойолғайны, – тине Владимир Путин. – Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлектә – секундына 100 мегабит булырға тейеш. Был балаларға мәғлүмәттәр менән йылдамыраҡ танышырға, мөмкинлектәрҙе арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостанда иһә быйылдан республика ҡаҙнаһынан ауыл уҡытыусыларына 60 миллион һум аҡса бүленә. Йыл һайын иң яҡшы 100 уҡытыусы грант рәүешендә 600 мең һум аҡса аласаҡ.
– Бындай сара, түләүһеҙ ер бүлеү менән берлектә (ошо мәсьәлә лә тикшерелә), республиканың ауыл мәктәптәрендә педагогик кадрҙар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – тигәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә үткән “Юғарыға ос” беренсе мәктәп белеме форумында.
http://bashgazet.ru/obrashenija/35818-kommunizmdy-ktmk-jeshlrg-sayry.html