Ҡурай
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 21:43

Ике тапҡыр түләмәйһеңме? Тикшер!

Сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хаҡтың ике тапҡыр иҫәпләнеү осраҡтары тураһында хәбәр итергә була.

Башҡортостан халҡын сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хаҡтың ике тапҡыр иҫәпләнеү осраҡтары тураһында хәбәр итеүҙе һорайҙар. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ялыуҙар ҡабул итеү өсөн уңайлы алым уйлап тапты.
Партия проекттары сайтында “Ҡалдыҡтар менән эш иткән өсөн ике тапҡыр түләү тураһында хәбәр ит” тигән ҡушымта аша анкета тултырырға мөмкин. Унда былтыр коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡын, 2019 йылда уның нисек үҙгәреүен күрһәтергә, ошо түләү документтарының фотоларын теркәргә кәрәк.
Хаҡты ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн төбәк операторҙарына мөрәжәғәт итеү шарт.
http://bashgazet.ru/obshestvo/35971-ike-tapyr-tlmjeme-tiksher.html
Читайте нас: