Рәсәйҙә эшһеҙлекте кәметеү маҡсатында “социаль контракт” төшөнсәһе барлыҡҡа килә. Уның төп асылы мәшғүллек үҙәгендә тороусыларға үҙ эшен асырға, яңы һөнәр үҙләштерергә финанс йәһәттән ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.
– Донъя кимәлендә бындай ғәмәл күптән ҡулланыла һәм ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә бирә. Әгәр кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләй икән, “социаль контракт” быны тормошҡа ашырыуға мөмкинлек тыуҙырасаҡ. Уның нигеҙендә шәхси хужалығын киңәйтергә, үҙ эшен асырға теләгән кешеләргә ярайһы уҡ ҙур сумма – тиҫтәләрсә мең һум бүлеү ҡарала, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә.
Алдағы биш йылда бындай ярҙам менән туғыҙ миллион самаһы кеше ҡуллана аласаҡ, тип күҙаллана.
http://bashgazet.ru/obrashenija/35948-social-kontrakt-t-l-jeshede-as.html