Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Салауат Юлаев иҫтәлегенә шиғырҙар яңғыраны

Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә шиғырҙар яңғыраны.

Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың 265 йыллыҡ юбилейын ҡаршылап үткәргән шиғыр һөйләүселәр ҡала конкурсы шулай тип аталды. Конкурстың ойоштороусылары – Нефтекама ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, милли берләшмәләр бүлеге, “Ағинәй” һәм “Урал” йәмәғәт ойошмалары.
Конкурс шарттары буйынса, шиғыр һөйләүсе Салауат Юлаев ижадынан йәки башҡа шағирҙың, йә булмаһа батыр тураһында үҙе яҙған поэтик әҫәрен тәҡдим итергә тейеш ине. Конкурсанттарҙың күбеһе Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һайлаған, бигерәк тә “Уралым”, “Тыуған илем” шиғырҙары популярлыҡ яуланы. Был аңлашыла ла, тап ошо шиғырҙар изге Тыуған илебеҙгә мәңге бөтмәҫ йыр булып яңғырай, батыр ни тиклем үҙенең Тыуған илен яратыуын, уның менән нисек итеп һоҡланыуын күрһәтә.
Сара бик йылы һәм матур атмосферала үтте. Бәйгелә рус, башҡорт, татар, удмурт, мари телдәрендә шиғырҙар яңғыраны. Күҙҙәре ут сәсеп торған егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе милли кейемдәрҙә сығыш яһаны, ә оло йәштәге ағай-апайҙарҙың улар менән бер рәттән шиғыр һөйләүе сараға йыйылыусыларҙы бер ғаилә итеп берләштерҙе.
Хәҙерге йәштәрҙең шиғыр ятларға яратмауы бер кемгә лә сер түгел, шуға ла уларҙың саф башҡорт телендә шиғыр һөйләүҙәре икеләтә шатлыҡ булды. Шиғырҙар береһен-береһе алыштырып ҡына торҙо, ә улар менән бергә, әйтерһең, һандуғас һайрауы, шишмәләр сылтырауы, урман шаулауы ишетелде, тыуған ерҙең матурлығы күҙ алдына баҫты. Ҡалабыҙҙа поэзияны яратҡан, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ижадын һөйгән, уның рухына тоғро ҡалған йәштәрҙең һәм өлкән быуын вәкилдәренең булыуы ни тиклем ҡыуаныслы!
Конкурста 35 кеше ҡатнашты, уларҙың йәштәре иһә 10-дан 77-гә тиклем. Ҡаланың 15-се, 6-сы, 16-сы, мәктәптәре, башҡорт гимназияһы, 1-се һанлы гимназия уҡыусылары, шулай уҡ нефть колледжы студенттарының сығыштары маҡтауға лайыҡ.
Бөтә конкурсанттар ҙа дипломдар менән бүләкләнде һәм ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр алды.
Конкурс булғас, әлбиттә, жюри тарафынынан “иң-иңдәр” билдәләнде: 3 дәрәжә лауреаттары – Рәлиә Ғиззәтуллина, Эльвина Харисова, Карина Мәжитова; 2 дәрәжә – Резеда Нуриәхмәтова, Зарина Тумашева; беренсе дәрәжә – Фәйрүзә Вәлинурова.
Гран-при, жюри ағзаларының берҙәм тауышы менән, Нефтекама нефть колледжы студенты Кирилл Кузьминыхҡа тапшырылды. Ул Салауат Юлаевтың “Һандуғас” шиғырын һөйләне. Кирилл менән профессиональ актер, һүҙ оҫтаһы Игорь Рожков шөғөлләнгән.
Конкурс бер үк ваҡытта тулҡынландырғыс та, әһәмиәтле лә булды. Тыуған ергә, туған телгә һөйөү, Салауат Юлаев, Башҡортостан шағирҙары ижадына ихтирам тәрбиәләүгә, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятырға бер этәргес булды бәйге. Алдағы көндәрҙә лә әҙәбиәт үрҙәрендә яңы исемдәр асырға ярҙам итерҙәй бындай бәйгеләр үткәрелер әле.
Читайте нас: