Башҡортостанда экологик өмәләр үтте.Быйыл акция "Республиканы бергәләп таҙа тотайыҡ!" девизы аҫтында үтә. "Йәшел Башҡортостан" тип аталған экологик проекттың рәсми бренды ла бар. Әйткәндәй, быйыл дөйөм республика өмәләре 6 һәм 27 апрелгә планлаштырылған.
6 апрелдә тотош республика халҡы үҙҙәренең ҡалаларын, райондарын ҡыштан һуң тәртипкә килтереү менән дәррәү шөғөлләнде. Республиканың төньяҡ-көнбайыш районадары ла экологик өмәләрҙән смттә ҡалманы.
Ҡала һәм ауыл биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса араларҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты.