Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Кушнаренко һәм Шишмә райондары аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлылар сәсеүгә төшкән. 13 апрелгә төбәктә яҙғы сәсеү 746 гектарҙа башҡарылған. Бында иң ҙур өлөш Благовар районыныҡы – 300 гектар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы 2 миллион гектарҙа сәсеү күҙаллана.
Быйыл төбәктә яҙғы баҫыу эштәренә 11,2 миллиард һум кәрәк (2018 йылға +18%). Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау өсөн запас частарға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, минераль ашламаларға хаҡтарҙың күтәрелеүе сығымдарҙың артыуына килтергән.
http://www.bashinform.ru/bash/1297876/