Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабында 62 926 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнаша. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.
Сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы формаһында үткәрелә.
«Әле Башҡортостанда берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уҙғарыуҙың төп осорҙарына әҙерлек бара. Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы – 27 майҙан 1 июлгә, ә төп дәүләт имтиханы 24 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итә. Тәүгеһенә — 19 787 ҡатнашыусы, икенсеһенә 43 139 уҡыусы теркәлгән», — тип хәбәр итте Илдар Мәүлитбирҙин.
Уның һүҙҙәренсә, министрлыҡ Башҡортостандың федераль кимәлдәге «йәшел ышаныс зона»һына инеүен тәьмин итергә тейешле «юл картаһы»н әҙерләгән (әле республикабыҙ «һары зона»ла). Мәҫәлән, ағымдағы йылда төбәк йәмәғәт күҙәтеүселәре һанын – 43-тән 100 кешегә, муниципаль йәмәғәт күҙәтеүселәрен – 1500-ҙән 1700 кешегә, ситуация үҙәктәрендә эш урындары һанын 70-тән 150-гә тиклем арттырыу ҡаралған.
«Балаларыбыҙ имтихандарҙы яҡшы билдәләренә бирер һәм илебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы география һәм әҙәбиәт буйынса тестарҙан башлана. Профилле һәм базалы математика бер көнгә – 29 майға тура килә. Сығарылыш уҡыусылары 3 июндә тағы бер мотлаҡ фәндән – рус теленән һынау тота.
http://www.bashinform.ru/bash/1307213/