Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көндәре көтә

Ағымдағы йылда тағы ла ниндәй оҙайлы ялдар көтә?

Ноябрҙә рәсәйҙәрҙе ағымдағы йылда һуңғы оҙайлы ялдар көтә.
«Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан — 2 ноябрҙән 4-енә тиклем рәсәйҙәрҙе оҙайлы ялдар көтә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә.
Рәсәй көнөндә ял бер генә көн – 12 июнь.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәрҙе, төбәктә билдәләнгән бер нисә байрам булғанға күрә, өҫтәмә ял көндәре көтә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда Башҡортостан халҡын 121 көн ял итә.
Шишәмбе 4 июнь — Ураҙа байрамы.
Йәкшәмбе 11 август — Ҡорбан байрамы. Тимәк, ял көнө дүшәмбе 12 авгусҡа күсерелә.
11 октябрь — Республика көнө — быйыл йомаға тура килә. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр өс көн рәттән: 11, 12 һәм 13 октябрҙә ял итә ала.
http://www.bashinform.ru/bash/1307089/
Читайте нас: