Ҡурай
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һуған орлоғо ниңә алтынға әйләнде?

Һуған орлоғо ниңә алтынға әйләнде?

Килде замана, аграр төбәктә йәшәп, магазиндарҙан сәсергә һуған орлоғо табып булмай. Булғандарында ла килоһына 450-700 һум һорайҙар. Көҙгөһөн был хаҡҡа ике тоҡ һуған орлоғо алырға мөмкин дә бит. Бәлки, ыҙалап, уны ултыртып та тормаҫҡалыр ? Һатыусылар, апрелдә һуған орлоғон күмәртәләп 320 - 350 һумға алдыҡ, ти. Алыусылар булғас, шуға баҙар хаҡтарын төшөрмәгәндәр.
Орлоҡтоң дефицитҡа әүерелеүенә, баҡтиһәң, Голландияла былтыр ҡоролоҡ булыу сәбәпле, һуған уңмауы ( беҙ ултыртҡан «Центурион», «Стурон» кеүек иң популяр сорттар был илдеке) сәбәпсе икән. Рәсәй сәсеү материалының күп өлөшөн уларҙан һатып ала.
«Башсортсемовощ» был йәшелсә орлоғон күптән һатып бөткән. Хаҡтары бик юғары булмаған. Өфөнөң « Дачница» кибеттәрендә күптән һатмайҙар (килоһын 300 һумға һатҡандар), « Баҡса» кибетендә лә юҡ( февралдә килоһы 140 һум булған).
Өфөлә үткән ял көндәрендә тик бер урында ғына - Гурьев баҙарында 450 һумға орлоҡ таба алдыҡ. Баҡсасылар аптырап, ҡыяғы булһа ла булһын, тип ҡара һуған орлоғо ала. Ауыл хужалығы үҫешкән, ҡара тупраҡлы ерҙә йәшәп, ошо йәшелсәне лә үҫтереп, республиканы етерлек орлоҡ менән тәьмин итә алмайбыҙмы инде? Аптыраҡ, йәмәғәт!
Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан
http://www.ye02.ru/online/16750-uan-orloo-ni-altyna-jlnde.html
Читайте нас: