Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы Ҡабан артистары йондоҙҙарҙан кәм түгел

Ауыл үҙешмәкәрҙәре күренекле башҡорт яҙыусыһы Хәкимйән Зариповтың пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Их, кәләше лә, кәләше” тип исемләнгән комедияһын тәҡдим итте.

“Театр – ул яҡтылыҡҡа, нурға илтә”, - тип яҙған бөйөк шағир Ғабдулла Туҡай. Ысыннан да, театр сәнғәтенә ғашиҡ булып, әлеге сихри донъяның тәмен татыған тамашасының күңелендә насарлыҡҡа һәм күңел тарлығына һис урын юҡтыр. Ундайҙар тормоштан тәм таба, ихлас һөйөнә, рәхәтләнеп көлә һәм ус төптәре ҡыҙғансы алҡышлай белә.
Краснокама районы Яңы Ҡабан тамашасыһы тап шундайҙарҙан. Улар ауыл үҙешмәкәрҙәре ҡуйған һәр спектаклде ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Төрлө йылдарҙа сәхнәләштерелгән Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр”, Нәжиб Асанбаевтың “Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә” спектаклдәрен күптәр яратып өлгөрҙө. Ә быйыл ауыл үҙешмәкәрҙәре Яңы Ҡабандар иғтибарына билдәле башҡорт яҙыусыһы Хәкимйән Зариповтың пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Их, кәләше лә, кәләше” тип исемләнгән комедияһын тәҡдим итте. Спектакль беренсе ҡарашҡа көлкөлө тойолһа ла, уның асылында тәрән мәғәнә, тормош фәлсәфәһе ята.
Ваҡиғалар ауылда, бер ғаилә сиктәрендә бара. Күп йылдар яңғыҙ йәшәп, хәлле генә тормош көткән Көмөшҡол бер көн килеп өйләнергә ҡарар итә. Тик тыуған нигеҙ буҫағаһын дүрт-биш йылға бер ҙә ҡайтып урамаған балаларының туйға ҡайтмауы көн кеүек асыҡ, шуға күрә лә Көмөшҡол тоғро дуҫы Өмөтхужанан кәңәш һорай. Ә күршеһе: “Атайығыҙ үлем түшәгендә, ҡайтығыҙ”, - тип, Ҡылысбай һәм Һағынбай улдарына телеграмма һуға. Көмөшҡолдоң баш осона йән һөйгәне Йәнһылыуын духтыр итеп ултырта.
Күп тә үтмәй, атайҙарының хәл-әхүәлен белеү һылтауы менән, йорт-ҡура, мал-тыуар бүлергә улдары һәм ҡомһоҙ килендәре ҡайтып төшә. Атайҙарының үлемен көтөп кенә торған балалары әйбер бүлешә башлай: ир-аттар, ҡатындары ҡушыуы буйынса, аҙбарҙағы мал-тыуар, әтәс-тауыҡтарҙы барлай, ә килендәр – баҙҙағы бал-майҙарҙы оло сумаҙан-сумкаларға тултыра. Ике килен араһында ҡомартҡы елән өсөн алыш башлана.
Тик көтмәгәндә уларҙың хыялдары селпәрәмә килә. Был тамашаны ситтән күҙәткән ҡарттар ул һәм килендәрҙе аҡылға ултырта.
Финалда эске бүлмәнән май ҡояшы кеүек балҡып Көмөшҡол һәм Йәнһылыу сыға. Улдарына атайҙарынан ғәфү үтенеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Спектакль аҙағында залдағылар: «Афарин! Көлдөрҙөгөҙ! Ысыннан да тормоштағы кеүек бит!”- тигән һүҙҙәр яуҙырҙы. Алҡыштарын ҡыҙғанманы тамашасы. Ағиҙел ҡалаһы мәҙәниәт йорто режиссеры Рәсимә Сәләхова, ветерандар советы исеменән Рәсим Төхбәтуллин рәхмәт һүҙҙәре еткереп, күстәнәс һәм сәскә гөлләмәләре бүләк итте.
Ике-өс аҙна буйына ал-ял белмәй әҙерләгән тамашаны бер миҙгелдә ҡуйып сыҡтыҡ. Сәхнәнән ҡарағанда ғына бөтәһе лә матур, еңел, яй бара кеүек. Ә ысынын да иһә, тәүҙә пьеса таба алмай яфаландыҡ. Ир-аттар аҙ булған әҫәрҙәрҙе эҙләнек. Инде таптыҡ тигәндә, тағын бер ир-ат етмәүе асыҡланды.
Эҙләй торғас, алты тиҫтәһен ҡырлаған Рәфис Ғәлиевты беренсе тапҡыр сәхнәгә баҫтырҙыҡ. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр бит. Былай ит, тегеләй эшлә, тип әйтә торғас, Рәфис ағайыбыҙ ҙа ролгә инеп китте. Яңы Ҡабан сәхнәһендә сығыш яһағанда, бирелеп уйнап, яңылыш Өмөтхужа дуҫының һаҡалын тартып төшөрҙө. Сауыҙбашта беренсе күренештә үк Өмөхужа менән эскәмйәнең аяғын һындырҙылар. Ярай күршеләр бай булып сыҡты. Спектакль барышында тиҙ генә эскәмйәләрҙе алыштырып ҡуйырға тура килде. Ғөмүмән, был ролде Рәфис ағай бар күңелен биреп уйнаны. Һәр сығыштан тирләп-бешеп сыҡты.
Ә башҡарған ролдәр араһында иң ауыры – Өмөтхужа роле. Ул тамашаның башынан алып, аҙағына тиклем сәхнәнән төшмәй. Һүҙҙәре бик күп. Рәфит Ғайсин тәүҙә: “Хәтерем юҡ, ятлай алмам”-, тип хафаға төшһә лә, ситтән ҡарағанда, еңел генә уйнап сыҡты. Әйтерһең, был роль тап тап уға төбәп яҙылған ине.
Кәләш һәм табип роленә Гөлсирә Төхвәтуллина ла бик етди әҙерләнде. Репетицияға уҡ тормош иптәше Ғилмиғаян ағай минераль һыу шешәһенән ҙур шприц эшләп бирҙе. Аҡ халат та кейеп алғас, Гөлсирә Кирам ҡыҙы ысын духтыр булды ла ҡуйҙы.
Көмөшҡолдоң оло улы Ҡылысбайҙы Урал Шөғәйепов кәүҙәләндерҙе. Уның һөйләшеүе, үҙ-үҙен тотоуы, ботинкаһын ботинкаһына бәреп ҡуйыуы (ә уларға махсус яйланма беркетелгән ине) ысыннан да хәрби кешеләрҙе хәтерләтте. Бер тамашасы хатта: “Мин һинең образда үҙемдең хәрби иремде күрҙем”-, тип белдерҙе.
Ә фасонлы костюм кейеп, мендәрҙән ҙур ҡорһаҡ ҡуйып алған Көмөшҡолдоң кесе улы Һағынбай артистарға ла, тамашасыларға ла бик ҡыҙыҡ тойолдо. Был ролде Әлфит Ваһапов бик яҡшы асып бирҙе.
Хәйләкәр Ынйыбикә (Ализа Зайнакова) һәм тормошҡа еңел ҡараған, тура һүҙле Баллыбикәне лә (Гөлнара Шөғәйепова) тамашасылар үҙ итте.
Спектаклде музыкаль яҡтан Эрина Яҡупова, Марсель Фазлыев, Рәсим Төхбәтуллин биҙәне. Ирек Хөснөтдинов сәхнә кәрәк-яраҡтарын барланы. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенә йөкмәтелгән эште еренә еткереп башҡарырға тырышты.
Эйе, артист булыу һис еңел түгел. Башта ролемде тамашасыға асып бирә алырмынмы, һүҙҙәремде онотмаҫмынмы, тип ҡайғыраһың, ә инде спектаклде уйнап сыҡҡас, күңелдә бер күтәренкелек, йә бушлыҡ тояһың. Бер сәхнә ене ҡағылған кешене, сәхнәнән тиҙ генә ҡыуып төшөрәм тимә, шуға күрә лә беҙҙең артистар “нәфселәрен” баҫыр өсөн Сауыҙбаш ауылына барып, күршеләргә лә тамаша ҡылып ҡайтты.
Гөлнара ҒҮМӘРОВА
Читайте нас: