Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рөстәм Мусинға ышаныс белдерелде

Краснокама районы хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллиндың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды.

Бындай ҡарар 15 май көндө район Советы депутаттарының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы тип Рөстәм Мусин тәғәйенләнде.
Рөстәм Мусин Мишкә районының Иштебай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табип була, 1996 – 2000 йылдарҙа – Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары.
2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына ҡәҙәр Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы бурысын атҡара.
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/r-st-m-musin-a-yshanys-belderelde/
Читайте нас: