Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Унда төп тема инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү булды. Был мәсьәлә буйынса хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, фән һәм юғары белем биреү министры Михаил Котюков сығыш яһаны.
Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханы хаҡында фекер алышыу булды. Әйтелеүенсә, махсус ведомстволар тарафынан дәүләт аттестацияһын үткәреүгә әүҙем әҙерлек алып барыла, был мәсьәлә ил субъекттары етәкселәренең дә даими контролендә.
Бынан тыш, Максим Топилин һүҙҙәренсә, халыҡтың мәшғүллеге кимәле буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Өҫтәүенә эшһеҙлек буйынса пособие хаҡы күтәрелгән. Министр үҙ сығышында май указдарының үтәлеше хаҡында ла әйтте. Мәҫәлән, эш хаҡы буйынса план йөҙ процентҡа үтәлгән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-kh-k-m-t-k-shm-end/