Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин яңы доктринаға ҡул ҡуйҙы

Ил Президенты Владимир Путин өр-яңы Рәсәйҙең энергия хәүефһеҙлеге доктринаһына ҡул ҡуйҙы.

Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин өр-яңы Рәсәйҙең энергия хәүефһеҙлеге доктринаһына ҡул ҡуйҙы. “ТАСС” хәбәр итеүенсә, документ ошо өлкәләге талаптарҙы, янаған хәүефте, маҡсаттарҙы, төп йүнәлештәрҙе һәм бурыстарҙы ентекле һүрәтләй.
“Ҡайһы бер сит дәүләттәрҙең сикләү сараларын ғәмәлгә индереүе (шул иҫәптән нефть һәм газ тармаҡтарына, яғыулыҡ-энергетика комплексына ҡарата), Рәсәй ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған энергетика өлкәһендәге проекттарға аяҡ салыуы илебеҙгә халыҡ-ара энергия хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашырға ҡамасаулай”, – тиелә документта. Доктринала билдәләнеүенсә, тышҡы сәйәси хәлгә донъяла ресурстарға ихтыяждың кәмеүе, шыйыҡ тәбиғи газ етештереүҙең артыуы ҙур йоғонто яһай.
Рәсәй ерҙәге климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәш йәһәтенән халыҡ-ара тырышлыҡты хуплай, әммә “климаттың үҙгәреүе һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә элекке күҙлектән ҡарарға, энергия ресурстары етештергән дәүләттәрҙең мәнфәғәттәрен сикләргә, энергиянан дөйөм файҙаланыуҙы тәьмин итеү һәм таҙа углеводородлы энергия технологияларын үҫтереү кеүек өлкәләрҙе күрәләтә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай тигән фекерҙә”. Ҡайһы бер илдәр Рәсәйгә зыян килтергән финанс, договор һәм халыҡ-ара хоҡуҡи алымдарҙы ҡуллана, тәьминәтселәребеҙҙе ҡыҫырыҡлай һәм беҙ сығарған энергия ресурстарын законһыҙ тартып алыуҙы хуп күрә. Яғыулыҡ-энергетика комплексы өлкәһендәге ойошмаларҙың заманса технологияларҙан һәм ҡорамалдарҙан файҙаланыу, финанс йәлеп итеү мөмкинлеге сикләнә. Шул уҡ ваҡытта эске хәүеф тә юҡ түгел. Мәҫәлән, ятҡылыҡтарҙың сифаты түбәнәйә, яғыулыҡ-энергетика өлкәһендә енәйәтселек арта, тармаҡ предприятиелары финанс йәһәтенән ғәйәт ҙур көсөргәнеш кисерә.
Яңы документҡа ҡул ҡуйылыу менән 2012 йылдың ноябрендәге Энергия хәүефһеҙлеге доктринаһы ғәмәлдән сығарылды.
Фото: Russiaru.net.
Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-ya-y-doktrina-a-ul-uy-y/
Читайте нас: