Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров видеоконференция режимында сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе.
Кәңәшмәлә тәүҙә граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр ентекләп тикшерелде. Был юлы улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Дүртөйлө, Ишембай ҡалаларынан һәм Благовещен, Учалы райондарынан ебәрелгән.
Кәңәшмәнең төп өлөшө республикала балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелиндың әйтеүенә ҡарағанда, һуңғы ике йылда халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә, сөнки үлем кимәле тыуымдан юғары. Әлеге ваҡытта 14 йәшкә тиклемге балалар һаны арта. 17 йәшкә тиклемге балалар араһында үлем осраҡтары өс йылда 19 процентҡа кәмегән. Әммә республикала иң юғары үлем күрһәткесе 15-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында. Сәбәбе – имгәнеүҙәр, юл-транспорт фажиғәләре һ.б.
Балалар һаулығына ҡағылған мәсьәләләрҙең борсоғандары етерлек. Мәҫәлән, инвалидтар һаны быйыл 4,3 процентҡа артҡан (687 кешегә). Дөйөм алғанда, тәүге өс ай һөҙөмтәһе буйынса үлем кимәле кәмей төшкән. Әммә үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, сабыйҙар үлеме артҡан – бер мең балаға 6,6 осраҡ тура килә. Радий Хәбиров тармаҡты тар белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа балалар өсөн уңайлы, йыһазландырылған поликлиникалар менән бергә юғары квалификациялы, эшен яратып башҡарған профилле белгестәрҙең булыуы шарт. Ә бит был проекттың талаптары ҙур: эшкә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем кимәлен бер мең кешегә 38,1 күрһәткесенән 36,1-гә кәметеү, тыуымдың дөйөм коэффициентын 1,62-нән 1,7-гә тиклем күтәреү ҡарала.
Тәү ҡарамаҡҡа демографик күтәрелеште сағылдырған һандар бәләкәй кеүек тойолһа ла, уларҙың күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу ихтималлығы проекттың ваҡытлы, мөһим булыуын раҫлай.
Республиканың медицина ойошмаларында балалар өсөн поликлиника бүлексәләрен арттырыу планлаштырыла. Быйыл Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында кескәйҙәр өсөн поликлиникалар төҙөлә, яңы 47 фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/milli-proekt-keshe-mere-m-im/