Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин һөнәр алдынғыларын бүләкләне

Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең билдәле граждандарын бүләкләне.

Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең билдәле граждандарын бүләкләне.
Үҙ һөнәре алдынғыларына орден-миҙалдар тапшырылды, почетлы исемдәр бирелде. Улар араһында сит ил граждандары ла бар.
Дөйөм алғанда, төрлө өлкәнән утыҙҙан ашыу хеҙмәт кешеһе наградланды: летчик-космонавтар, фән, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре, сәнәғәт, ауыл хужалығы уңғандары һ.б. Араларында, мәҫәлән, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, МДУ ректоры Виктор Садовничий, сәнғәт тармағынан Николай Цискаридзе, Лариса Долина, Сергей Маковецкий бар.
“Һеҙ алдынғы идеяларығыҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында үҙ өлкәгеҙҙең үҫешенә, беҙҙең дөйөм ҡаҙаныштарға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Шәхси өлгөгөҙ менән халҡыбыҙҙы Ватан мәнфәғәтендә эшләргә, һәр саҡ алға ынтылырға дәртләндерәһегеҙ. Ҙур рәхмәт!” – тине бүләкләнеүселәргә дәүләт етәксеһе.
#ВладимирПутин
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Владимир Путин һөнәр алдынғыларын бүләкләне
Фото: kremlin.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-n-r-aldyn-ylaryn-b-l-kl-ne/
Читайте нас: