Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Вьетнам Премьер-министры Нгуен Суан Фук менән осрашты.
Яҡтар иҡтисади, сәйәси өлкәләрҙә ике яҡлы хеҙмәттәшлек, тауар әйләнеше мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Һеҙҙе күреүгә шатмын. Беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәр дуҫлыҡ традицияларына, күп йәһәттән ҡараштарҙың уртаҡлығына нигеҙләнгән. Делегацияғыҙҙың Рәсәйгә сәфәре программаһының бик бай булыуы тураһында хәбәрҙармын. Ул үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға яңы этәргес бирер, тип ышанам, – тине Владимир Путин.
Нгуен Суан Фук, үҙ сиратында, Рәсәй Президентына ихлас ҡабул итеү, Вьетнамға һәр саҡ ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-suan-fuk-men-n-osrashty/