Ҡурай
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект экспортты үҫтереүгә йүнәлтелгән

Республикала һуңғы биш йылда ауыл сәнәғәте комплексы тауарҙарын экспортҡа сығарыуҙы 2018 йылға ҡарағанда өс тапҡыр арттырып, бынан алынған табыштың хаҡын йылына 230 миллион долларға еткерергә уйлайҙар.

Республикала һуңғы биш йылда ауыл сәнәғәте комплексы тауарҙарын экспортҡа сығарыуҙы 2018 йылға ҡарағанда өс тапҡыр арттырып, бынан алынған табыштың хаҡын йылына 230 миллион долларға еткерергә уйлайҙар.
Былтыр төбәктән 76,3 миллион долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситкә сығарылған. Уның яртыһын тигәндәй ашлыҡ тәшкил итһә, көнбағыш һәм рапс майы – 29,9, һөт ризыҡтары, йомортҡа, бал – 11,8, мал аҙығы – 7,3 процент. Шул уҡ ваҡытта май ризыҡтарын, эшкәртелгән тауар күләмен, ит, һөт продукцияларын арттырыуға бәйле, ашлыҡтың экспорттағы өлөшө кәмейәсәк тип фаразлана.
Владимир Путиндың май указдарына ярашлы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән милли проекттар араһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” йүнәлеше буйынса ла ҙур бурыстар ҡуйыла. Уны бойомға ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү, төбәктәр, илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре ҡарала.
“Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереү буйынса милли программаны әҙерләгәндә, 2024 йылда экспорттың, әҙер продукцияның күләмен йылына 250 миллиард долларға еткереүгә өлгәшеү күҙ уңында тотолорға тейеш”, – тиелә Владимир Путиндың май указында.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә МУСИНА
Автор фотоһы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/milli-proekt-eksportty-tere-g-y-n-ltelg-n/
Читайте нас: