Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә: "Экспортты киңәйтеү, сит баҙарға сығыу – көнәркәшлеккә һәләтле эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткесе", – тип билдәләне. Быны ул илдә ауыл хужалығындағы уңышыбыҙҙың яҡшы булыуы менән иҫбатланы. Мәҫәлән, былтыр үҫеш 19,4 процент булһа, экспорт 25,8 милиард доллар тәшкил иткән. Ә 2024 йылға был һан 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Бөгөн ил аграрийҙары етди һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ауыл хужалығы ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй иҡтисадының алғы сафында бара. Былтыр, мәҫәлән, 130 миллион тонна тирәһе иген йыйып алдыҡ. Рәсәй үҙен әйҙәүсе иген державаһы булыуын иҫбатлай. Экспортҡа бойҙай оҙатыу буйынса ла донъяла алдынғы урынды биләйбеҙ.
Артабан ил башлығы сусҡа, ҡош ите, үҫемлек майы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, емеш-еләк, йәшелсә етештереү йүнәлешендә лә эштең дәррәү барыуын билдәләне.
– Тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә, – тине Владимир Путин. – Эре предприятиелар ғына түгел, ҙур булмаған крәҫтиән хужалыҡтары ла әүҙем үҫешә. Был яҡшы, сөнки Рәсәйҙең әүәлдән килгән тарихи традициялары тергеҙелә. Фермерлыҡ хәрәкәтен, дөйөм алғанда, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар мотлаҡ дауам итәсәк.
Әйткәндәй, ил хәҙер донъяла бойҙай һатыу буйынса иң алдынғы дәүләт кенә түгел. Рәсәй ғалимдарының фиҙакәрлеге менән үҙебеҙҙе бойҙай орлоғо менән тулыһынса тәьмин итәбеҙ.
Күптән түгел "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проекты сиктәрендә "Агросәнәғәт комплексы аҙыҡтары экспорты" төбәк проекты хаҡында һөйләне.
Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хужалығы тотороҡло үҫешә. Дәүләт программалары ер эшсәндәренә һөҙөмтәле эшләргә көс, дәрт өҫтәй. Былтыр,мәҫәлән, 76,3 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге экспортҡа оҙатылһа, быйыл был һанды 91 миллион долларға еткереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостандан киткән продукцияның 32,9 проценты – игенгә, 23,9 проценты – көнбағыш һәм рапс майына, 11,8 проценты – һөт аҙыҡтары, йомортҡа, балға, ә ете проценты мал аҙығы өлөшөнә тура килә. Быйыл иһә сит илдәргә һатыласаҡ экспорттың 40 – 50 проценты – иген, 25 проценты тирәһе май продукцияһы булыр тип көтөлә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/milli-proekt-eksportty-ki-yte-eshy-yuarly-ty-t-p-k-r-tkese/