Башҡортостанда XXVII Ауыл уйындары дауам итә. Улар төрлө спорт төрҙәре буйынса йыл дауамында бара. Ошо көндәрҙә армреслинг буйынса бәйге үтәсәк.
Уйындарының маҡсаты – ауыл спортсыларының оҫталығын күтәреү, сәләмәт ял ойоштороу, халыҡ араһында физик культура – спорт эштәрен камиллаштырыу.
Сара һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ команда формалашасаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проекты сәләмәт тормош рәүеше алып барғандарға ҙур мөмкинлектәр аса. Милли проекттың “Спорт – тормош нормаһы” йүнәлеше буйынса, физик культура һәм спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны 2024 йылға тиклем 2017 йылдағы 36,8 проценттан 2024 йылға тиклем 55 процентҡа етергә тейеш.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото ru.sputnik.kg сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/milli-proekt-auyl-sportsylary-m-nf-tend-/