Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы уңайынан быйыл 4 июнь ял – байрам көнө тип иғлан ителгән.
Дүшәмбе, 3 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Хеҙмәт кодексы статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә, 4 июндәге байрам көнө уның иҫәбенә индерелмәй, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
http://www.bashinform.ru/bash/1313721/