Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект: сәләмәт тормошҡа ынтыл!

“Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса ҙур бурыстар билдәләнгән.

“Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса ҙур бурыстар билдәләнгән.
Республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм медицина иҫкәртеү үҙәктәре байтаҡтан бирле уңышлы эшләп килә. Шуның өҫтөнә киләсәктә йәмәғәтселек сәләмәтлек үҙәктәрен булдырыу ҡарала. Программа ҡолас еткеһеҙ ҙур һәм ул оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Мәҫәлән, телевидениела белгестәрҙең сығыштарын ойоштороу, социаль видеороликтар күрһәтеү, банкерҙар, социаль рекламалар тап ошо маҡсатта файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙә, матбуғат биттәрендә сәләмәт тормошто пропагандалау дауам итәсәк.
Эш урындарында сәләмәтлекте һаҡлау буйынса ла саралар ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, предприятие ашханаларында тәмле һәм сифатлы туҡланыуҙы ойоштороуға ҙур иғтибар биреләсәк.
Фото: seoip.ru сайтынан.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. Ғәбдрәхимова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/milli-proekt-s-l-m-t-tormosh-a-yntyl/
Читайте нас: