Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проектҡа ярашлы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"

Ағиҙел ҡалаһында уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.

Ағиҙел ҡалаһында уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.
Фекер алышыуҙа эшҡыуарҙар, инвесторҙар һәм биләмәне үҫтереүгә битараф булмаған башҡа кешеләр булды.
Сарала ҡала үҫешенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү ѳсѳн штаб булдырылды. Уның ағзалары айына ике тапҡыр Ѳфѳлә һәм Ағиҙелдә йыйылып, ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу буйынса эшләйәсәк.
Осрашыуҙа Нефтекама – Ағиҙел тимер юл тармағын ремонтлау йәһәтенән мѳһим ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ быға тиклем ҡағыҙҙа ғына булған “Башҡортостан тѳҙѳлѳш материалдары” индустриаль паркының ҡеүәтен файҙаланыу мѳмкинлектәре тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Ул ябылыу хәлендә булған, хәҙер был процесс туҡтатылған.
Ҡала округын алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе итеү ѳҫтѳндә лѳ эшләйәсәктәр. Был иһә бирелгән ташламалар һәм башҡа ѳҫтѳнлѳктѳр иҫәбенә инвесторҙарҙы йәлеп итеү мѳмкинлеген арттырасаҡ.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова сарала ҡатнашыусыларға тѳбәктә ниндәй ташламалар, субсидиялар һәм башҡа тѳр дәүләт ярҙамы алып булыуы хаҡында һѳйләне.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Р. МУСИНА.
Фото Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/milli-proekt-a-yarashly-esh-yurly-s-te/
Читайте нас: