Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект: үҙәк төҙөү – өлгөргән мәсьәлә

Мөһим бурыстарҙың береһе – балаларҙы кесе йәштән үк һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, дәүләт етәкселегенең мөҡәддәс бурыстарының береһе – балаларҙы кесе йәштән үк һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Башҡортостанда йәштәрҙең һәм балаларҙың һәләттәрен, мөмкинлектәрен үҫтереү, уларға ярҙам итеү үҙәге төҙөләсәк. Әле был йәһәттән белем майҙансыҡтарының ҡайҙа урынлашыуы асыҡлана, шулай уҡ педагогтарға һәм мәктәп балаларына шул осорҙа йәшәү өсөн урын билдәләнә. Башҡортостан мәғариф министрлығы дөйөм белем биреү тармағының дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы урынбаҫары Лира Тереғолова:
– Әле ойоштороу эштәре бара, смета төҙөлә, унан инде ҡорамалдар алынасаҡ. Үҙәк дүрт майҙансыҡта – Республика инженер лицей-интернатында, Республика спорт мәктәбендә, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында һәм Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында урынласашасаҡ. Шуныһы, үҙәк һис кенә лә белем усаҡтарының эшмәкәрлегенә ҡамасауламай.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: News.myseldon.com
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/milli-proekt-k-t-lg-rg-n-m-s-l/
Читайте нас: