Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе лотереяла миллион һум отҡан

Өфөлә йәшәүсе лотеряла миллион һум отҡан

Өфөлә йәшәүсе лотеряла миллион һум отҡан. «Гослото» матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында суперприз уйнатылған. Бер ир-егет 150 һумлыҡ билет һатып алған һәм 1 000 000 һум отҡан. Бәхетле билетты ул сайтта алған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, мартта Өфө кешеһе 4 миллион һум отҡан, ә 2019 йылдың февралендә яҡташыбыҙ өс билет һатып алып, 17,6 миллион һумға эйә булған. Баш ҡалала тағы бер ир-уҙаман 120 һумға билет һатып алған һәм 2,6 миллион һум отҡан.
http://www.bashinform.ru/bash/1316338/
Читайте нас: