Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект "Евразия йөрәге"нә юл ала

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө саралар киң йәйелдерелә башланы.

Республикабыҙҙа “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө саралар киң йәйелдерелә башланы.
Мәҫәлән, күптән түгел район үҙәктәрендә кинозалдар булдырыласағы хаҡында хәбәр иттек. Республика буйынса улар йыл да ике урында асыласаҡ, һөҙөмтәлә ауыл халҡы ла ҡалалағылар кеүек яҡшы сифатлы фильмдар ҡарау, премьераларҙы тәүгеләрҙән булып күреү мөмкинлеген ала.
“Мәҙәниәт” милли проекты төрлө мәҙәни саралар уҙғарыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Шуларҙың береһе – “Евразия йөрәге” IV халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале – Өфөлә 12-15 июндә үтәсәк. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлана.
Программаға килгәндә, 12 июндә – Милли кейем байрамы, “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны, “Этнотөн”; 13 июндә – “Симфоник төн”, 14 июндә – “Алға, Башҡортостан!” байрам концерты, 15 июндә гала-концерт уҙғарыу ҡаралған.
Тамашаларҙа илдең, республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары, ансамблдәр һ.б. ҡатнашасаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-evraziya-y-r-ge-n-yul-ala/
Читайте нас: