Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Мәғариф" милли проекты конкурсҡа саҡыра

“Рәсәй ирекмәне-2019” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға заявканы нисек бирергә?

“Рәсәй ирекмәне-2019” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға заявканы нисек бирергә? Ошо эш үҙенсәлектәре буйынса вебинар ойошторолдо.
Унда конкурс процедураһының нисек үтәсәге, ҡатнашыу схемаһы һәм тәртибе, Берҙәм мәғлүмәт системаһы платформаһында теркәлеп, заявка тултырыу, социаль проекттың әһәмиәте һ.б. хаҡында һөйләшеү булды.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Рәсәй ирекмәне” конкурсына заявкалар 16 июнгә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылған проект авторҙары икешәр миллион һум аласаҡ.
Быйыл конкурс өс йүнәлештә үтә. Беренсеһе – “Социаль проект” – 12 теманан тора: “Ярҙам итеү өсөн тыуғандар”, “Сәнғәттән илһам алғандар”, “Йөрәк менән хәстәрләп”, “Балаларға ярҙам”, “Йөрәк менән ҡыйыуҙар”, “Минең тирәләй”, “Ирекмән әйтә”, “Киләсәккә ышаныс”, “Мөмкинлектәр тигеҙлеге”, “Ирекле ғәмәлдәрҙе ойоштороусы”. Был категорияға заяканы 18 йәштән өлкән һәр кем бирә ала.
Конкурстың фонды быйыл – 45 миллион һум. Һәр ҡатнашыусының ике миллион һумға тиклем алыу мөмкинлеге бар. Аҡсанан тыш, иң көслө проект авторҙары махсус уҡытыуға, кураторҙар ярҙамына иҫәп тота ала.
Заявкалар ошо сайтта ҡабул ителә: https://xn--90acesaqsbbbreoa5e3dp.xn--p1ai/.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/m-arif-milli-proekty-konkurs-a-sa-yra/
Читайте нас: