Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект: ҡайһы райондарҙа кинозалдар яңыртыла?

Кино фонды тарафынан Башҡортостанда ун кинозалы яңыртыласаҡ.

Кино фонды тарафынан Башҡортостанда ун кинозалы яңыртыласаҡ. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Кино фонды халҡы 500 меңгә тиклемге торлаҡ пункттарында кинозалдарға булышлыҡ ҡылыу буйынса алтынсы конкурстың һөҙөмтәләрен иғлан итте. Яңыртыласаҡ ошондай һәр зал өсөн биш миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Конкурс еңеүселәре араһында республиканың ун кинозалы бар. Һөҙөмтәлә быйыл субсидияны улар аласаҡ: Иҫке Собханғол ауылындағы Бөрйән районы мәҙәниәт йорто, Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” кинотеатры, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Кушнаренко ауылындағы биләмә-ара район мәҙәниәт йорто, Иҫке Балтас район мәҙәниәт һарайы, Мораҡ ауылы район мәҙәниәт һарайы, Шаран ауылындағы үҙәк район мәҙәниәт йорто, Борай ауылындағы Йәштәр үҙәге, Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылындағы “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы, Үрге Ҡыйғы ауылындағы район мәҙәниәт йорто.
Фонд талабынса, яңыртылған кинозалдарҙа кино даими күрһәтелергә, был күрһәткес кварталға кәмендә илле көн булырға тейеш. Өҫтәүенә фильмдарҙың кәмендә илле проценты үҙебеҙҙең илдә сығарылған булыуы мөһим.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-ay-y-rayondar-a-kinozaldar-ya-yrtyla/
Читайте нас: