Үткән ял көндәрендә республикабыҙ райондарында һабантуй байрамдары гөрләп уҙҙы. Милли байрам Краснокама ерендә лә йылдың-йылы ойошҡанлы үтә. Унда район халҡы ғына түгел Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр ҙә теләп ҡатнаша.
Йыйылған халыҡты республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары –торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев, Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар тәбрикләне. Был көндө бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы, район һәм ҡала хакимиәттәренең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрендә, мал ҡышлатыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтар, иң яҡшы муниципаль берәмектәр билдәләнде.
Сәхнәлә көн дауамында күңелле моңдар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр тынманы, һабантуйға йыйылған халыҡ ярыш-бәйгеләрҙә рәхәтләнеп ҡатнашты.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/kama-buyynda-abantuy-g-rl-ne/