Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының береһендә бер ир кешеләргә бысаҡ менән ташланған, ҡорбандар бар.
Өсәүһе һәләк булған, икәүһе йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә ТАСС Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсенең аяғына атҡан, ул медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән.
«Ҡырмыҫҡалы районы полицияһына төпкөл ауылдарҙың береһендә бер ирҙең кешеләргә ташланыуы тураһында хәбәр килгән. Патруль-пост хеҙмәте экипажы ваҡиға урынына юлланған. Һөжүм иткән ирҙең 1964 йылғы апаһы, шулай ике күршеһе — 1940 һәм 1943 йылғы ир менән ҡатын үле килеш табылған. Йәрәхәтләнгән тағы ике кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Һөжүм итеүсе медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Асыҡланыуынса, һөжүм иткән ир ошо ауылда йәшәгән, 1972 йылғы, шаһиттар әйтеүенсә, «бысаҡ, көрәк тотоп һәм ҡанға батҡан кейеме менән урам буйлап йөрөгән».
«Полицейскийҙар ирҙән бысағын ташлауын талап иткән, ләкин ул, ҡоралы менән һелтәнеп, хеҙмәткәрҙәргә ташланған. Шул саҡта, «Полиция тураһында» законға ярашлы, полицейскийҙарҙың береһе иҫкәртеү өсөн һауаға атҡан, ләкин был уны туҡтатмаған, шунан икенсеһе ике пуля менән һөжүм итеүсенең аяғын яралаған», — тип һөйләнеләр республика буйынса Эске эштәр министрлығында.
ТАСС сығанаҡҡа һылтанма менән һөжүм итеүсенең психиатрҙа иҫәптә тороуы хаҡында хәбәр итә.
«Быға тиклем ул психиатрҙа иҫәптә торған. Билдәле булыуынса, апаһын өйҙә, ә күршеләре — оло йәштәге ир менән ҡатынды баҡсала үлтергән. Хәҙер ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Ваҡиға урынында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре эшләй.
http://www.bashinform.ru/bash/1322805/