Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, тип хәбәр итте бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
«Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Донбаста батырҙарса һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ. 1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын оҙатыу тантанаһы була. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында еткерә».
Совет майҙанында парк булдырыла. «Был бөтә халыҡ урыны булырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына дивизия командиры һәйкәле өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итеү тәҡдимен индерҙе.
http://www.bashinform.ru/bash/1324793/