Күренекле башҡорт ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүров, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһап, оло йыйындың Башҡортостандың 100 йыллығына тап килеүен билдәләне.
– Был мәртәбәле ваҡиға рухыбыҙҙы киләсәккә өмөт менән ҡарарға илһамландыра. Башҡортостаныбыҙҙы Евразия йөрәге тип ололоҡлап телгә алалар, күңелдәребеҙ саф, яҡты, ниәттәребеҙ изге. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа, теләктәшлеккә таянып, Башҡортостаныбыҙ алға бара, – тине ул.
Мәртәбәле йыйында башҡорт халҡы алдында торған мөһим мәсьәләләр ҡараласағын билдәләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/rukhi-t/r-shit-sh-k-r-bash-ortostanyby-al-a-bara/