Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

1 июлдән яңыса түләйәсәкбеҙ

1 июлдән берҙәм транспорт картаһына күсәбеҙ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл 1 июлдән берҙәм транспорт картаһына күсәбеҙ. Уға әҙерлек нисек бара?
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән матбуғат конференцияһында хәбәр ителеүенсә, ҡала буйынса һәм ҡала яны транспортында “Алға” электрон картаһына күсеү этаплы рәүештә башҡарыласаҡ: тәүҙә уға Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары күсә. “Өфөматбуғат” киосктарында, “Альдо” һәм “Башспирт” сауҙа селтәрҙәре кибеттәрендә, “Башфармация” аптекаларында һәм “Башавтотранс” пункттарында был картаны 50 һумға һатып алырға һәм артабан тулыландырып торорға кәрәк буласаҡ.
Һәр транспорт сараһына ингән урында карта менән иҫәпләшеү өсөн терминал ҡуйыла. Әлеге мәлдә ошо ҡоролма 1600 транспорт сараһында ҡуйылған да икән, тағы ла биш мең самаһын йыһазландыраһы бар.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Фото “Башинформ”дан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/1-iyuld-n-ya-ysa-t-l-y-s-kbe/
Читайте нас: