Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

1 миллион 200 мең һумын онотоп ҡалдырған!

Республикала бер ҡатын иғтибарһыҙлығы арҡаһында рейс автобусында ҙур сумма аҡсаһын юғалта яҙған.

Һуңғы ваҡытта гүзәл зат вәкилдәре таң ҡалдыра. Кемдер ҙур суммала аҡса урлап ҡасһа, икенселәре уны ҡайҙалыр онотоп ҡалдыра.
Мәҫәлән, республикала бер ҡатын иғтибарһыҙлығы арҡаһында рейс автобусында ҙур сумма аҡсаһын юғалта яҙған.
Архангелдән бер ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, ул фатир һатып алыу өсөн банк иҫәбенән 1 миллион 200 мең һум аҡса алған һәм рейс автобусына ултырған. Туҡталышта автобустан сыҡҡас, ҡараһа, аҡса һәм документтары ятҡан пакетын онотҡан... Ярай әле, ҡатын автобус маршрутының номерын хәтерендә ҡалдырған.
Һөҙөмтәлә полиция хеҙмәткәрҙәре “Хәүефһеҙ ҡала” видеокүҙәтеүе ярҙамында ошо линия буйынса эшләгән автобустарҙы асыҡлаған һәм пакетты тапҡан. Аҡса ла, документтар ҙа ҡатынға ҡайтарылған.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/1-million-200-me-umyn-onotop-aldyr-an/
Читайте нас: