Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров – Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат

Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәне һәм был турала танытма тапшырҙы.

Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәне һәм был турала танытма тапшырҙы.
Комиссия ултырышынан һуң Радий Хәбиров һайлау алды кампанияһына ҡағылышлы тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм дебаттарҙа ҡатнашмаясағы хаҡында әйтте.
“Халыҡ минең хаҡта өс минут эсендә барыһын да белеп бөтәме ни? Үҙем тураһында бер нәмә лә һөйләргә кәрәкмәй – асыҡтан-асыҡ эшләйем һәм халыҡтың ошо һөҙөмтәләрҙән сығып һайлау мөмкинлеге бар”, - тине Радий Фәрит улы журналистарға.
Радий Хәбиров шулай уҡ һайлауҙан һуң Премьер-министр вазифаһының тергеҙелере хаҡында ла белдерҙе.
“Һис һүҙһеҙ, шундай ҙур республикала Премьер-министр булырға тейеш. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: эш күләме шул тиклем ҙур һәм уны уртаҡ яуаплылыҡ менән атҡарып сығыу шарт”, – тине ул.
Автор: А. ХУЖИНА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/aylau-2019/radiy-kh-birov-bash-ortostan-bashly-y-vazifa-yna-kandidat/
Читайте нас: