Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сүп яндырған өсөн – штраф

Хәҙер сүп-сарҙы, ҡороған үләнде, ағас олондарын, ҡыуаҡлыҡты яндырған өсөн штраф түләтеү ҡарала.

Башҡортостан парламенты ҡабул иткән ҡанунға ярашлы, хәҙер сүп-сарҙы, ҡороған үләнде, ағас олондарын, ҡыуаҡлыҡты яндырған өсөн штраф түләтеү ҡарала.
Һүҙ фәҡәт парктар һәм скверҙар тураһында бара. Депутаттар раҫлауынса, был ҡанундың ҡабул ителеүенә халыҡтан күп һанлы мөрәжәғәт килеүе сәбәпсе: ял урындарында шундай төтәтеү ойоштороу уңайһыҙлыҡ тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә һаулыҡҡа ла зыян килтерә.
Етмәһә, бындай урындарҙа йыш ҡына бала-саға менән ял итәләр. Был штраф граждандар өсөн – 500 йөҙ һумдан 2 мең һумға саҡлы, ә ойошмаларға ҡарата 5 меңдән 10 мең һумға тиклем тәшкил итә. Шәхси ихаталарға һәм баҡсаларға был ҡағылмай.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-p-yandyr-an-s-n-shtraf/
Читайте нас: