Бәшмәк – витаминдар һәм файҙалы матдәләр сығанағы, тигән һығымта яһаған табиптар. Көн дә 150 г бәшмәк ашау йөрәк-ҡан һәм нервы системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, хатта ракка ҡаршы һөҙөмтәле сара, ти эксперттар.
Бәшмәк аҡһымға, С, В төркөмө витаминдарына, никотин һәм фолий кислоталарына, кальций, фосфор, калий һәм тимергә бай. Был элементтар йөрәк-ҡан, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, һөйәкте нығыта, антиоксидант булараҡ та билдәле, ҡанды яңыртыуға яҡшы тәьҫир итә. Үҫемлек булараҡ, бәшмәктә май бик аҙ миҡдарҙа, холестерин юҡ кимәлдә, шуға уны һимеҙлектән йонсоғандарға ла ашарға ярай, тигән һығымта яһай табиптар.
Бына шулай. Файҙалы ризыҡты мәлендә ашап, йыйып, тоҙлап, киптереп, туңдырып ҡуйығыҙ.
Автор: Ә. РӘХМӘТОВА әҙерләне.
https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/m-lend-b-shm-k-yyyyp-aly-y-/